Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.55 ↑

EUR 63.61 ↓

24 май, Шаршамбы

Уфа   °

«Алексеевка» совхозында яңы технология буйынса ултыртылған ҡыярҙарҙы йыя башланылар

Иҡтисад

Өфө районының «Алексеевка» совхозында яңы технология буйынса үткән йылдың ноябрь аҙағында ултыртылған ҡыярҙарҙы йыя башланылар.

Яңы технологияның үҙенсәлеге шуға ҡайтып ҡала: ҡыяр орлоҡтары элекке йылдарҙағы кеүек махсус кассеттарға түгел, ә индивидуаль кубиктарға ултыртыла. Яңылыҡ үҫентегә тиҙ үҫеү һәм 10-14-се көнөнә үк күсереп ултыртыу өсөн күпкә уңайлыраҡ шарттар булдыра.

«Алексеевка» совхозында ҡыярҙың бер нисә сортына өҫтөнлөк бирелде, улар араһында –  «Карамболь», «Магнит», «Атлет» һәм «Картель». Теплица биналарының дөйөм күләме 30 гектар тәшкил итә, һәр береһе алтышар гектар. Уларҙа һауа температураһы – 24-25 градус йылы, дымлылыҡ 70-75 процент тәшкил итә.

Февралдә был майҙандарҙан «Алексеевка» совхозы дөйөм алғанда 25 тонна самаһы уңыш алырға планлаштыра, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть