Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереүгә 189,430 миллиард һум бүленә

Иҡтисад

Башҡортостанда «2018 йылға тиклем республикала транспорт системаһын үҫтереү» дәүләт программаһы ҡабул ителгән.

Программаны дөйөм финанслау күләме 189,430 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙың 27,597 миллиард һумы федераль бюджеттан бүленәсәк. 62,609 миллиард һумы — республика бюджетынан; 98,542 миллиард һумы — бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан; 680 миллион һумы — урындағы бюджеттарҙан, тип билдәләп үттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Төп маҡсат – халыҡты һәм йөктәрҙе ташыуҙа хеҙмәтте арзан итеү һәм сифатты арттырыу.

Программаны тормошҡа ашырыу республиканың автомобиль, тимер юл, һыу транспорттарында  пассажирҙар һәм йөк әйләнешен арттырыуға, төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдарының сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть