8 декабрь, Кесе йома

27 ғинуар 2014 йыл, 16:07

Ҡалтасы «Көнсығыш» хужалығының фермаһы яңыртылғандан һуң малдарҙың һөт етештереүсәнлеге артҡан

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Республиканың Ҡалтасы районы «Көнсығыш» ауыл хужалығы кооперативының һөтсөлөк-тауар фермаһы «500 ферма» программаһы сиктәрендә яңыртылғас бында һәр һыйырҙан уртаса һауым өстән бер өлөштән ашыуға артҡан, йәғни йылына 2,6 тонна һөттән – 3,5 тоннаға тиклем.

Ауыл хужалығы предприятиеһының эше менән республиканың төньяҡ райондары буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

Фермала 885 баш эре мөгөҙлө мал аҫрайҙар, шул иҫәптән 300-ө һыйыр.

Республика Президенты ферманы йүнәтеүгә сығымдар менән ҡыҙыҡһынды. Ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Дамир Низамутдинов әйтеүенсә, сығымдар бер квадрат метрына 10 мең һум тәшкил итте. Рөстәм Хәмитов, был капитал һалыуҙың һөҙөмтәлелеген раҫлаусы «насар булмаған күрһәткес», тип билдәләне.

Рөстәм Хәмитов яңыртылған мал фермаһын ҡараны, бында ҡулланылған малды ҡышлатыу технологияһы менән танышты.

Малсылыҡтан тыш, «Көнсығыш» ауыл хужалығы кооперативы иген культураларын үҫтереү менән шөғөлләнә. Хужалыҡ ҡарамағында – 1447 гектар һөрөнтө ер. Һөрөнтө ерҙең күпселек өлөшөн – 1050 гектарҙы – иген культуралары биләй.

Предприятие матди-техник базаһын яңырта. Һуңғы биш йыл эсендә хужалыҡ 28,3 миллион һумлыҡ техника һатып алған. Үҙ аҡсаларына «Полесье 1200» иген урыу комбайны, тәгәрмәсле өс трактор, 200 башлыҡ заманса утлыҡ ҡорамалы, һауғыс ҡулайламаһы һәм башҡалар алған.