4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2014 йыл, 15:26

1-се Ҡалтасы урта мәктәбендә төҙөлөш-монтажлау эштәре Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса сентябргә тиклем тамамланасаҡ

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ райондары буйынса эш сәфәре барышында 1-се Ҡалтасы урта мәктәбен ҡараны һәм республиканың Мәғариф министрлығы етәкселегенә белем биреү учреждениеһында төҙөлөш-монтажлау эштәрен тулыһынса сентябргә тиклем тамамларға ҡушты.

Мәктәптә 2010 йылдың ғинуарынан алып 1960 йылда һалынған иҫке бинаны реконструкциялау һәм яңыһын төҙөү эше бара. Бөгөнгә ике объектта ла эштәр 80 процентҡа үтәлгән. Төҙөлөштөң һәм реконструкциялауҙың дөйөм хаҡы – 156 миллион һум. 100 миллион һумы үҙләштерелгән, эштәрҙе тамамлау өсөн тағы ла 56 миллион һум кәрәк.

Яңы корпус әле һаман төҙөлөп бөтмәгән. Бина өлөшләтә ҡулланылһа ла, рәсми рәүештә файҙаланыуға тапшырылмаған. 250 урынлыҡ тамашалар залында түбә ҡапламаһы юҡ. Ашханала ҡорамалдар юҡ, төҙөлөш-монтажлау эштәре тулы күләмдә тамамланмаған. Яңы бинаның бөтә кабинеттары һәм реконструкция барған корпустың ҡайһы бер уҡытыу бүлмәләре эшләп бөтөүгә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта белем биреү процесы ғәҙәти режимда бара.

— 2014 йылда был мәктәптә бөтә эштәрҙе тамамларға кәрәк, 1 сентәбрҙә ул тулы ҡеүәтендә эшләп китергә тейеш, — тине, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа мөрәжәғәт итеп, республика Президенты.

Ҡалтасы мәктәбендә республика Президенты информатика дәресендә булды. Бында ул интернет тиҙлегенең юғары булыуына инанды – секундына 1 мегабит. Информатика кабинетында шулай уҡ эшләнеп бөтмәгән эштәр бар. Мәҫәлән, компьютер техникаһының сымдары иҙәндә ята, ул хәүефһеҙлек техникаһына тап килмәй. Рөстәм Хәмитов боҙоуҙы бөтөрөргә талап итте.

Республика Президенты мәктәптең заманса интерактив белем биреү саралары менән йыһазланыуы тураһында ҡыҙыҡһынды. Белем биреү учреждениеһы директоры Наталья Ҡотлобаева әйтеүенсә, башланғыс синыфтар тулыһынса тиерлек бындай ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Яҡын ваҡытта мәктәпкә тағы ла бер интерактив таҡта киләсәк – уны математика кабинетында файҙаланыу күҙаллана.

Бөгөнгә мәктәптә 520 бала белем ала, 43 уҡытыусы эшләй. Уҡытыусылар кадрҙары менән комплектлаштырыу – 100 процент.