8 декабрь, Кесе йома

27 ғинуар 2014 йыл, 14:46

Ҡалтасы районының шәхси предприятиелары ауылда һөҙөмтәле бизнес алып барыу өлгөһөн күрһәтә

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ райондары буйынса эш сәфәре барышында Ҡалтасы районы Красный Холм ҡасабаһында ике бәләкәй бизнес предприятиеһында булды. Икәүһе лә ауылда һөҙөмтәле бизнес алып барыу өлгөһө булып тора.

Уларҙың берәүһе – ағас эшкәртеү һәм ағастан әйберҙәр эшләү буйынса предприятие – 2002 йылда ойошторолған. Шәхси производство киҫелгән материалдар, шулай уҡ евровагонкалар, блок-хаустар һәм ылыҫлы ағастарҙан башҡа изделиелар сығарыу менән шөғөлләнә. Продукция сит ил ҡорамалдарында етештерелә, Европа стандарттарына һәм ГОСТ-ҡа тап килә.

Рөстәм Хәмитов пилораманы ҡараны, етештереү циклы һәм сығарылған продукция менән танышты. Предприятиела ун киптергес бар. Етештереү ҡеүәте йылына алты мең кубометр ағасты эшкәртеүгә эйә. Эшҡыуар Ринат Низамутдинов һөйләүенсә, продукция Ҡалтасы районының үҙендә лә, шулай уҡ Яңауылда, Нефтекамала, Бөрөлө һәм Борай районында һатыла. Хаҡ сәйәсәте баҙар ҡиммәтен, иң тәүҙә уларҙың продукцияһын, иҫәпкә алып төҙөлә.

Президент сығарылған материалдарға хаҡтар менән ҡыҙыҡһынды. Эшҡыуар әйтеүенсә, ваҡлап һатҡанда бер квадрат метры 250 һумға һатыла, ә күмәртәләп – 190 һум.

Сеймал алыу буйынса Ринат Низамутдинов,бөгөнгә проблемалар юҡ, тип билдәләне. Ағастың 15 проценты Ҡалтасы урман хужалығынан, ә ҡалғаны Свердловск өлкәһе һәм Пермь крайынан килтерелә.

Һуңынан Рөстәм Хәмитов «Доверие» сауҙа селтәренең етештереү цехының эше менән танышты. «Доверие» селтәре һатып алынған элекке «Башнефт»ең сауҙа предприятиеһының етештереү объекттары нигеҙендә ойошторолған. Бөтә биналар реконструкцияланған, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Етештереү һәм сауҙа бинаһының дөйөм майҙаны 4,8 мең квадрат метр тәшкил итә. Сауҙа хеҙмәтләндереүе 28 магазинда ойошторолған. Персоналдың иҫәбе – 350 кеше. Уртаса эш хаҡы 15 мең һум тәшкил итә.

Республика Президентына компанияның башҡарма директоры Ольга Шайбакова һөйләүенсә, бөгөн өс цех: икмәк бешереү, кондитер һәм ит ярымфабрикаттары етештереү буйынса цех, эшләй. Бөтә ерҙә заманса ҡорамалдар ҡуйылған.

Икмәк бешереү цехында 12 төр продукция етештерелә. Көн һайын 3000 самаһы икмәк һатыла. Кондитер цехының төрҙәре 70-тән ашыу иҫәпләнә. Көн һайын бында 200 килограмдан ашыу кондитер изделиелаһы сығарыла.

Иртә һайын махсус транспорт предприятиеның продукцияһын райондың бөтә сауҙа нөктәләренә, белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына, дауалау учреждениеларына, ҡарттар йортона, коррекция мәктәбенә илтеп ҡуя.

Етештереү һәм сауҙа объекттарын ҡарап, Рөстәм Хәмитов йүнселгә селтәрҙе киңәйтеү һәм етештереүҙе арттырыу тураһында уйланырға кәңәш итте.