6 декабрь, Шишәмбе

27 ғинуар 2014 йыл, 12:51

Республика Президенты 19 ғинуарҙа ғәҙәттән тыш хәлдә Яңауыл медиктарының эшен юғары баһаланы

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Яңауылда Совет урамы буйынса йортта янғынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында урындағы Үҙәк район дауаханаһының медицина персоналдары етеҙ эшләне. Медиктар үҙҙәренең бурысын намыҫлы башҡарҙы. Был турала Яңауыл Үҙәк район дауаханаһы коллективы менән әңгәмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтте. Ул Яңауыл медиктарына янғындан бөлгән кешеләр исеменән рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

— Һәр берегеҙ профессиональ, етеҙ эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәт, — тине медиктарға Рөстәм Хәмитов.

Ашығыс ярҙам бригадаһы ғәҙәттән тыш хәл урынына шылтыратыуҙан һуң бер нисә минут үткәс тә килеп етте. Янғын һүндереүселәр менән бер рәттә медиктар янып торған йорттан кешеләрҙе сығарыуҙа әүҙем ҡатнашты.

Бөгөн дауаханала янғында зыян күргән ике кеше ята. Республика Президенты Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтовҡа зыян күреүселәргә ярҙам өсөн дауахананы бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итергә, талап ителгән дарыуҙарҙың булыуын күҙәтергә ҡушты.

Рөстәм Хәмитов дауахананың матди-техник базаһы менән ҡыҙыҡһынды. Яңауыл Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ришат Хәкимов әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә дауахана 2013 йылда реаномобиль алды. Ул ғәҙәттән тыш хәлдә әүҙем файҙаланылды, ауыр йәрәхәтләнгәндәрҙе күсереүҙә ҡулланылды.

Һөйләшеүҙә кадрҙар мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Әлеге ваҡытта Яңауыл Үҙәк район дауаханаһында 93 табип, 459 уртаса медицина хеҙмәткәре, 180 кесе медицина персоналы эшләй. Кадрҙар менән комплектлаштырыу ни бары 58 процент тәшкил итә. Президент йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса эштәрҙең нисек барыуын һораны. Яңауыл Үҙәк район дауаханаһының баш табибы, Яңауыл районына даими нигеҙҙә эшләргә күсеп килеүсе ике медикка фатир бүленә, тип хәбәр итте. Рөстәм Хәмитов, был саралар ғына етмәй, белгестәр һайлау менән шәхси тәртиптә шөғөлләнергә кәрәк, һәм был – дауахана етәкселегенең дә һәм район властарының да мәсьәләһе, тип билдәләне.

Яңауыл Үҙәк район дауаханаһы табиптарының уртаса эш хаҡы 2013 йылда 37 510 һум тәшкил итте, ул 2012 йыл кимәленән алты процентҡа күберәк. Президент башланғыс табиптың эш хаҡы күләмен һораны. Ришат Хәкимов әйтеүенсә, тәүге этапта йәш белгес 24 мең һум тирәһе ала, ул – йыл-ике йыл элекке кимәл менән сағыштырғанда ярайһы уҡ ҙурыраҡ.

Рөстәм Хәмитов, белгестәр етмәү – һаулыҡ һаҡлауҙың системалы проблемаһы, уларҙы йәлеп итеү өсөн, айырыуса ауыл еренә эшкә, комплекслы саралар эҙләргә кәрәк, тип билдәләне.

Медиктар менән республика Президентының тикшергән һорауҙарҙың береһе район һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҡағылды. Атап әйткәндә, бында балалар поликлинаһын урынлаштырыу буйынса проблема бар. Бөгөн поликлиниканың бинаһы бындай объекттарҙың санитар талаптарына тап килмәй. Шуға күрә, тәрән модернизация йәки яңы бина төҙөргә кәрәк.

— Мәсьәләне хәл итеүҙә оптималь варианттар табығыҙ һәм тәҡдим итегеҙ, — тип ҡушты район һәм дауалау учреждениеһы етәкселегенә Рөстәм Хәмитов.