10 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2014 йыл, 17:18

Мәҙәниәт йылы эмблемаһы менән штандартты беренсе булып Бөрө районы алды

автор: Ринат Сәғитов | фото: Андрей Старостин

Был көндәрҙә Өфөлә «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәкмектәренең Республика мәҙәни ваҡиғалар марафоны старт алды. Марафонға рәсми стартты БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын асыу ваҡытында бирҙе.

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафон символын Лилиә Ғүмәрова Бөрө муниципаль районы хакимиәте башлығы Николай Хорошиловҡа тантаналы рәүештә тапшырҙы.

Мәҙәни саралар үҙ территорияларында «мәҙәни» өлкәне әүҙем үҫтереүсе республика райондарын һәм ҡалаларын асыҡлау һәм ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.

Республика мәҙәни ваҡиғалар марафоны үҙ юлын республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенән башланы һәм йыл аҙағында Өфөлә тамамланасаҡ. БР-ҙа Мәҙәниәт йылы символы республиканың бөтә райондары һәм ҡалалары буйлап уҙасаҡ, Башҡортостандың һәр муниципаль районы сиратлап республиканың мәҙәни баш ҡалаһына әйләнәсәк.