7 декабрь, Шаршамбы

24 ғинуар 2014 йыл, 16:37

Республиканың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары һәм полиграфия хеҙмәткәрҙәре баһаланды

автор: Эльвира Латипова

РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамоталары менән Башҡортостандың иң яҡшы 23 киң мәғлүмәт саралары һәм полиграфия хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. 24 ғинуарҙа Өфөлә наградлау тантанаһы үтте.

— Бөгөн бүләкләнеүселәр араһында журналистар ғына түгел, — тине наградаларҙы биреү тантанаһында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. — Яҡшы материал сыҡһын өсөн, бер журналистың ғына эше етмәй. Ул күп кешеләрҙең ғәйәт ҙур эше.

БР Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко билдәләүенсә, ведомствоның юғары наградаһына тәҡдим итеүгә үҙенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен коллективтар үҙҙәре сығарҙы, һәм тап ул – иң ҙур танылыу.

Наградланыусылар араһында – төрлө-төрлө һөнәр вәкилдәре. Бына шулай, Рәзилә Гелметдинова –«Йәншишмә» гәзите редакцияһында баш бухгалтер, Нәсимә Исхакова – Өфө полиграфия комбинатының баҫмаға тиклем әҙерлек учаткаһының сығарыу төҙөлөшө операторы, Рудольф Ишбулатов – Яңауыл телевидениеһында өлкән видеооператор, Надежда Кристина Белорет матбуғат йортонда иҡтисадсы булып эшләй. Географияһы ла киң: Өфө, Октябрьск, Яңауыл, Белорет, Салауат, Саҡмағош, Хәйбулла, Мишкә, Асҡын, Шишмә, Күгәрсен райондары.

РФ Элемтә министрлығының Почет грамотаһы был өлкәлә 10 йылдан ашыу эшләгән матбуғат, киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт һәм полиграфия хеҙмәткәрҙәренә бирелә. Наградлауҙың инициаторҙары булып Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ярҙамында профсоюз ойошмалары сығыш яһай. 2010-2013 йылдарҙа Рәсәй Элемтә министрлығының Почет грамотаһы менән Башҡортостандың 70-тән ашыу вәкиле баһаланды.