6 декабрь, Шишәмбе

24 ғинуар 2014 йыл, 16:08

Сәнәғәт производствоһы Башҡортостанда 2013 йылда 2,3 процентҡа үҫте

автор: Эльвира Латипова

Сәнәғәт произодствоһы индексы республикала 2013 йылда 102,3 процент тәшкил итте, ә дөйөм Рәсәй индексы 100,3 процент. Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы уртаса Рәсәйҙекенә ҡарағанда юғарыраҡ темптар менән алты йыл дауамында үҫешә, тип билдәләй статистиктар.

Башҡортостанстат предприятиеларының статистика бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, Волга буйы федераль округында Башҡортостан был күрһәткес буйынса дүртенсе урынды биләй. Сәнәғәт производствоһы үҫешенең юғарыраҡ темптары Түбәнге Новгород өлкәһендә (105,2 процент), Пермь крайында (104,7) һәм Пенза өлкәһендә (103,1) билдәләнгән. Йылды ыңғай йомғаҡтар менән тамамланы шулай уҡ Татарстан (101,2 процент), Һарытау (101,2), Һамар (101) өлкәләре һәм Удмуртия (100,8). Волга буйы федераль округының ҡалған алты субъекттарында сәнәғәт производствоһы индексы 2013 йыл йомғаҡтары буйынса – 100 проценттан әҙерәк.