Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Дар Аль Магриб» Марокко короллегенең Мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ йорто асылды

Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Республикаһында «Дар Аль Магриб» Марокко короллегенең Мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ йортонда беренсе конференция үтте. Ойоштороусылар составына Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе, мөфтөй Мөхәммәт Тажетдинов, башланғыс төркөм етәкселәре Мхамед Хәмид һәм Гизела Хәмид инделәр.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында ҡатнашыусылар берҙәм тауыш менән Идара райесен һайланы, ул Мхамед Хамид булды, һәм генераль директоры – Гизела Хәмид. Шулай уҡ, март аҙағында үтәсәк, «Өфөлә Марокко көндәрен» үткәрергә әҙерлек тураһында фекер алыштылар.

Өс көнгә иҫәпләнгән, был сара сиктәрендә илсе башлығында король делегацияһының килеүе, ике яҡтың мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре ҡатнашлығында конференция, байрам концерты һәм Марокка йәрминкәһе планлаштырылған.

Мөфтиәттә билдәләүҙәренсә, Башҡортостан һәм Марокко араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү иҡтисад, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, партнерҙар араһында спорт һәм туризм өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе нығытырға йоғонто яһаясаҡ. Миҫалға, республика шифаханалары Рәсәйҙә генә түгел, ә уның ситендә лә билдәле. Үҙ сиратында, Африка иле студенттарҙы урындағы вуздарҙа уҡытыу өсөн, шулай уҡ балаларҙы каникул ваҡытында ял иттереү маҡсатында ҡабул итә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть