5 декабрь, Дүшәмбе

24 ғинуар 2014 йыл, 14:07

2014 йылда башҡорт балын уҡыусыларҙың рационына индереү планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

Яҡынса 2014 йылдан алып Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы рационына башҡорт балын индерәләр. Бындай яңылыҡтың башлап сығыусыһы – «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы.

Уҡыусылар өсөн балдың баштағы тапшырма күләме — йылына 300 тоннанан дә кәм түгел.

«Башинформ» агентлығына был бюджет учреждениеһының етәксеһе Әмир Ишемғолов хәбәр итеүенсә, был тәҡдимдең «хәҙер килешеү процесы бара», «Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары әҙерләнә».

Уҡыусыларҙың ниндәй категорияһы башҡорт балын аласағы әлегә билдәһеҙ. Тик башланғыс синыф уҡыусыларына таратыласаҡмы әллә уны аҙнаһына бер тапҡыр бөтә уҡыусылар аласаҡмы, әле асыҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, аллергия осрағынан һаҡланыр өсөн, балалар балды уларҙың ата-әсәләре ризалығынан һуң ғына аласаҡ.

— Уҡыусылар өсөн бал, самолеттарҙа таратылғандарға оҡшаш, 20 грамлыҡ һауыттарға тултырыласаҡ, — тип аңлатты агентлыҡтың әңгәмәләше. — Бындай фасовкалау өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Сәғәт эсендә 3,5 мең ошондай һауытты етештерә алабыҙ. Уҡыусылар туҡланыуы рационына балды индереү мәсьәләһе – бик көнүҙәк һәм хәҙер уның турала әүҙем фекер алышыу бара. Беҙҙең пландарҙа – быға оҡшаш тәҡдим менән Башҡортостанда урынлашҡан хәрби частарға мөрәжәғәт итеү, сөнки бал уҡыусыларға ғына түгел, ә һалдаттарға ла кәрәк.

темалар: бал,уҡыусылар