10 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2014 йыл, 12:58

Мәҙәниәт йылында республиканың сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә һәм ижади коллективтарға бик көслө ярҙам күрһәтеләсәк

автор: Ринат Сәғитов | фото: Андрей Старостин

2013 йылда республикала 46 мәҙәни проект дөйөм 106 миллион һумдан ашыу суммалыҡ Башҡортостан Президенты грантын алды, мәҙәниәт өлкәһен финанслау үткән йылда 27 процентҡа артты. 50 миллион һум республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ программаһын тормошҡа ашырыу өсөн бүленде. Бының турала ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылын рәсми рәүештә асҡанда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

— Мәҙәниәт йылының төп маҡсаты – музыка беҙҙең йөрөктәрҙә генә түгел, ә концерт залдарыбыҙҙа, Рәсәйҙең һәм донъяның иң яҡшы концерттарында мәңге яңғырарлыҡ итеп ошондай нигеҙ һалыу, — тине Лилиә Ғүмәрова.

2014 йыл дауамында Башҡортостан территорияһында «Мәҙәни ынтылыш» проекты сиктәрендә күп һанлы саралар планлаштырылған. Мәҙәниәт йылы Башҡортостанда республиканың сәнғәт, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә һәм ижади коллективтарға бик көслө ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне вице-премьер.