5 декабрь, Дүшәмбе

24 ғинуар 2014 йыл, 12:20

Республика Президенты «Облака» заманса сәнғәт үҙәгендә Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһен ҡараны

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Облака» заманса сәнғәт үҙәгендә булды, унда республиканың билдәле рәссамдары – Сергей Краснов, Вәкил Шәйхетдинов, Михаил Спиридонов, Рәйес Ғәйетов, Камил Ғөбәйҙуллиндың ҙур коллекцияһы күрһәтергә ҡуйылған. Экспозицияла шулай уҡ Өфөнөң йәш рәссамдары – Тимофей Дорофеев, Евгений Севастьянов, Олег Шишкиндың эштәре. Бөтәһе 40 авторҙың ижады күрһәтелгән.

Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәләшеүҙә үҙәкте ойоштороусыларҙың береһе Валериан Гагин, был экспозицияның хаҡы 36 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итте.

Республика Президенты кешеләрҙең Үҙәккә нисек йөрөүе менән ҡыҙыҡһынды.

— Уртаса көн һайын галереяға 350 кеше килә, — тип һандарҙы килтерҙе Валериан Гагин. — Беҙҙең проект, бында мәҙәниәт һәм сәнғәттең төрлө йүнәлештәре: театр, кино, дизайн күрһәтелеүе менән үҙенсәлекле, беҙҙә һынлы сәнғәт студияһы эшләй, музыканттар сығыш яһай, Тамара Адамова етәкселек иткән альтернатива театрының спектаклдәре ҙур уңыш менән үтә. Актерҙар араһында – З. Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары. Беҙҙә сәнәғәт дизайны, фотолар күргәҙмәһе, «Ҡала мөхите» фестивале конкурс көндәренең береһе үтте.

30 ғинуарҙа тамашасыларҙы Анна Яблонскаяның «Где-то и около» пьесаһы буйынса спектаклдә көтәләр, 14 февралдә Польшаның Кшиштофа Бизё драматургы пьесаһы буйынса ҡуйылыш тәҡдим ителәсәк.

Шулай уҡ һәр теләүсе бында уҡыр өсөн китап алып тора йәки үҙенекен килтерә ала (буккроссинг). Рөстәм Хәмитов «Яҡшы ҡала Өфө» («Хороший город Уфа») белешмәгә иғтибар итте. Өфө егетенең идеяһы, ә тормошҡа ашырҙылар Санкт-Петербургтан йәш кешеләр.

Сувенир продукцияһын ҡарап, республика башлығы, был, бөгөн алға этәрергә кәрәкле йүнәлеш, тип билдәләне.

— Беҙҙең маҡсат – һеҙҙеке кеүек бындай проекттарға, артабан да республикала бындай майҙансыҡтар күбәйһен өсөн, ярҙам итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.