11 декабрь, Йәкшәмбе

24 ғинуар 2014 йыл, 11:17

Рөстәм Хәмитов сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашты

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда Мәҙәниәт йылына рәсми рәүештә старт биргән көндө Рөстәм Хәмитов башҡорт сәнғәтенең төрлө өлкә эшмәкәрҙәре менән осрашты. Әңгәмә республиканың Милли музейында үтте.

— Осрашыуыбыҙға шатмын. Яҡшыраҡ булыр ине, әгәр беҙ рәсми рәүештә түгел, ә бәлки, берәй спектакль йәки күргәҙмә залында осрашһаҡ. Һеҙ ҙә, мин дә, 2014 йылда мәҙәниәт атмосфераһында йәшәүебеҙ һәм эшләүебеҙ менән илһамланабыҙ, — тип башланы осрашыуҙы Президент. — Ике һүҙ менән генә был күренеште тасуирлап булмай. Мәҙәниәт йәмғиәттең бөтә күҙәнәктәренә үтеп инә. Моғайын, ниндәйҙер һүҙҙәр эҙләргә лә кәрәкмәйҙер, эшләргә кәрәк. Сәнғәттең иң яҡшы өлгөләрен һәр кеше күрә алырға, һәр кеше уны ҡыҙыҡһындырған нәмәне таба алырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов, «мәҙәниәт» аҫтында мәҙәниәтте генә түгел, ә, производство, көнкүреш, бөтә кешелек өсөн уртаҡ мәҙәниәтте үҫтереүҙе күҙ уңында тотоуын, аңғартып ҡуйҙы. Айырыуса был власть һәм идаралыҡ ойошмаларына ҡағыла.

— Мәҙәниәт йылы – һис шикһеҙ, ул власть структуралары өсөн яуаплылыҡ, эш финанс ресурстарында ғына түгел. Власть үҙен тейешле рәүештә тоторға тейеш, ул һөҙөмтәле эш өлгөһөн күрһәтергә тейеш. Ул властың ғәҙәти хәленә әйләнергә тейеш икәнен әйтеп тораһы ла юҡ, әммә Мәҙәниәт йылында бөтә власть кимәленең бурысы – үҙенең иң яҡшы эш өлгөһөн күрһәтеү.

Аҡсаға ҡағылғанда, был «еңел булмаған мәсьәлә», тип билдәләне Президент.

— Улар күпме булһа ла, улар һәр ваҡыт етмәй. Әммә беҙҙең ҙур булмаған бюджетта грант сәйәсәтен финанслауға, торлаҡ, объект төҙөүҙә ярҙам итергә, туҙған һарайҙарыбыҙҙы ремонтлауға, дөйөм алғанда ҙур файҙалы эш эшләргә аҡса табабыҙ. Мәҙәниәт йылында, әлбиттә, гранттар, сараларға аҡса бүлеү өлөшө буйынса бөтә вәғәҙәләребеҙҙе үтәйәсәкбеҙ. Тик, ҡабатлайым, был иң мөһиме түгел. Иң мөһиме, йәмғиәттең мәҙәниәтте кәрәкле, унһыҙ йәшәй алмаҫлыҡ итеп ҡабул итеүе. Беҙҙең тормош тураһында төрлө төшөнсәләр бар: кемдер бизнесһыҙ йәшәй алмай, кемдер – яман ғәҙәттәрһеҙ, ә бына беҙҙең һеҙҙең менән маҡсат – кешеләрҙе мәҙәни киңлеккә индереү, улар өсөн шундай шарттар булдырыу. Сөнки кешенең ҡәҙимге тормошо – ул эш, өй, эш, телевизор йәки интернет. Ваҡыт юҡлығы түгел, ә театрға йәки концертҡа барырға теләге, ынтылышы булмау. Әйҙәгеҙ, беҙҙә йыл һайын мәҙәниәт йылы булһын өсөн нисек итеп эшләргә кәрәклеген уйлайыҡ.

Осрашыуҙа Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры Әминә Әсфәндиәрова, композитор Ләйлә Исмәғилова, Башҡорт хореография колледжының һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова, БР Дәүләт академия рус драма театры етәксеһе Михаил Рабинович, Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов һәм театрҙың алдынғы артистарының береһе Алмас Әмиров, «Башҡортостан» киностудияһы етәксеһе Азат Хужәхмәтов һәм кинорежиссер Булат Йосопов, Сибайҙан уҡытыусы һәм бәйетсе Асия Ғәйнуллина, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле вәкиле Алһыу Шәфиғуллина һәм башҡа сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙ коллективтарының ҡаҙаныштары тураһында һөйләне һәм Президент менән үҙҙәренең проблемалары тураһында уртаҡлашты. Гастролдә йөрөүсе ижади ойошмаларҙың күбеһе транспортҡа; композиторҙар – гарантияланған гонорарҙарҙа, уҡыу йорттары – дөйөм ятаҡтарҙа һәм яңы ижади көстәрҙә, киностудия – заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителеүҙә, ижади йәштәр – торлаҡта, халыҡ ауыҙ-тел ижады – һаҡлауҙа һәм ярҙам итеүҙә мохтажлыҡ кисерә.

Президент уларҙы, ижади һөнәр кешеләре дәүләт ярҙамы аласаҡ, тип ышандырҙы.