4 декабрь, Йәкшәмбе

23 ғинуар 2014 йыл, 18:07

Башҡортостандан Сочиҙағы Олимпиадаға биш тонна юғары сифатлы бал оҙатылды

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Биш тонна юғары сифатлы балды бөгөн Өфөнән Сочиҙағы XХII ҡышҡы Олимпия һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарына оҙаттылар.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге республиканың бренд тауарын Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарында күрһәтәсәк.

Башҡортостан ҡортсолары, Имеретин уйһыулығының «Бәрхәт миҙгелдәре» комплексы территорияһында 1 февралдән алып 16 мартҡа тиклем үтәсәк, «Рәсәй ынйыһы» махсус күргәҙмә–йәрминкәлә ҡатнашасаҡ.

«Олимпия» балы 150 грамдан алып дүрт килограмға тиклем пластик, быяла һәм ағас һауыттарға тултырылған. Дөйөм алғанда фасовкалау өсөн 68 төр тара ҡулланылған, уларҙың күп өлөшө – ағастан сувенир продукцияһы: биҙәкләнгән ағас мискәләр, биҙрәләр, туҙҙан тырыздар.

Балдан тыш, күргәҙмәлә һитә, һеркә һәм ҡорт елеме, шулай уҡ ҡортсолоҡ продукттарын ҡулланып дауалау-иҫкәртеү һәм косметика продукциялары тәҡдим ителәсәк. Бөтә донъя масштабындағы ярыштарҙың ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларға бөтәһе 150 төр тирәһе продукцияны тәҡдим итәсәктәр.

— Беҙҙең балдың 60 процент самаһы сувенир һауыттарға тултырылған. Күргәҙмәгә килеүселәр беҙҙең республика тураһында күберәк белһен өсөн беҙ махсус мәғлүмәт стендтары, шулай уҡ рус, инглиз һәм немец телдәрендә «Башҡортостан — Рәсәйҙең баллы төбәге» исемле буклет әҙерләнек, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе Әмир Ишемғолов.

«Рәсәй ынйыһы» махсус күргәҙмә–йәрминкәлә илдең 17 төбәге ҡатнаша, улар, шул иҫәптән Башҡортостан да үҙенең бренд продукцияһын тәҡдим итәсәк. Маҡсат – сит ил ҡунаҡтарына Рәсәйҙе уның барлыҡ төрлөлөгөндә күрһәтеү.

Олимпия уйындары спортсылары һәм тамашасылары өсөн күргәҙмә–йәрминкә махус ағастан эшләнгән өйҙәрҙә урынлашасаҡ. Башҡортостан умартасылары ҡарамағына бирелгән ошондай ике өй «Бәрхәт миҙгелдәре» комплексы территорияһының төрлө өлөшөндә урынлашҡан.

Алдан күҙаллауҙар буйынса, Имеретин уйһыулығындағы күргәҙмә-йәрминкәһенә, урындағы халыҡты иҫәпкә алмағанда, Олимпиаданың 100 мең самаһы ҡатнашыусыһы һәм ҡунағы киләсәк.

— Бер үк ваҡытта бер урынға әллә күпме төрлө ил вәкилдәре йыйылған ошондай ҙур сарала беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Сәфәрҙән һөҙөмтә, әлбиттә, буласаҡ. Беҙҙең ҡатнашыу – Башҡортостандың милли колоритын, уның бренд продукцияһын күрһәтергә, артабан башҡорт балын Рәсәй һәм донъя баҙарында һатыу өсөн килешеү мөнәсәбәттәрен булдырыуға яҡшы мөмкинлек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды агентлыҡтың әңгәмәләше.