Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Берҙәм тауыш биреү көнө ноябргә күсерелмәй

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы берҙәм тауыш биреү көнөн ноябргә күсереү тураһында индерелгән закон проектын кире ҡаҡты. Берҙәм тауыш биреү көнө алдан билдәләнгән сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе.

Тауыш биреү көнөн күсереү тураһындағы башланғыс менән «Ғәҙел Рәсәй» депутаттары сыҡты. Эсерҙар фекеренсә, һайлауҙарҙы ноябргә күсереү һайлаусыларҙы күберәк йәлеп итеүгә йүнәлтелгән һайлау алды агитацияһын тулыһынса үтәргә, белем биреү йорттарында уҡыу процесын боҙмаҫҡа мөмкинлек бирер ине, тип хәбәр итә « РИА Новости».

Дәүләт Думаһының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса профилле комитеты закон проектын кире ҡағырға кәңәш итте. Депутаттар был фекерҙе хупланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть