10 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2014 йыл, 15:30

Башҡортостанда Мәүлит байрамына арналған йомғаҡлау концерты үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Ғинуарҙа бөтөн донъяла мосолмандар исламдың бөйөк байрамдарының береһе – Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләне. Башҡортостанда Мәүлит байрамын бөтә ауылдарҙа, ҡалаларҙа тиерлек байрам иттеләр. Сараларҙың һуңғы өлөшө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙған концерт булды. Бай дини-мәҙәни программаны Өфөнөң «Ихлас» мәсете вәкилдәре әҙерләне.

Театр фойеһында ҡунаҡтар өсөн мосолман атрибутикаһы тауарҙары, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» Башҡорт нәшриәтенең китап продуциялары менән сауҙа итеү һәм «Байтул Мал» фондының «Исламда социаль хеҙмәт итеү» күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Йыйылғандар алдында байрам тәбрикләүе һәм вәғәздәр менән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм БР мосолмандар Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин сығыш яһаны. Миллион ярым яҡташтарыбыҙ өсөн Мәүлит байрамы – ул ҡыуаныслы ваҡиға, тип билдәләнеләр. Ислам булғанға күрә халыҡтар үҙ телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡала алды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар мөфтөйҙәр.

Шулай уҡ байрамда БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, В.Ҡазыханов исемендәге Бөтә Рәсәй әхлаҡ мәктәбе етәксеһе Фатима Фәтҡуллина сығыш яһаны.

Художестволы программа сиктәрендә Афарим Аҡсурин етәкселегендәге «Илаһиҙар» төркөмө, БР мосолмандар Диниә назаратының «Аманат» төркөмө, «Әссәләм» коллективы сығыш яһаны. Тамашаны Татарстандың халыҡ артисы Искәндәр Биктаһиров, Башҡортостан «һандуғастары» Лина Ғәниева һәм Резеда Сабитова, Башҡорт дәүләт драма театрының йәш актеры Урал Әминев, йырсы Филүс Вәлиев һәм башҡа башҡарыусылар ҡыуандырҙы.

темалар: дин,ислам