7 декабрь, Шаршамбы

23 ғинуар 2014 йыл, 14:10

Альбина Йосопова Өфөнөң Ленин районы хакимиәтен етәкләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы хакимиәте башлығы итеп Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Альбина Йосопова тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа ошо көндәрҙә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Альбина Сәғит ҡыҙы Йосопова 1961 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетында инженер-иҡтисадсы һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юрист һөнәрҙәрен үҙләштергән.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда «Прогресс» Башҡорт производство берекмәһендә иҡтисадсы булып башлай. Артабан «Рассвет» конструктор-технологик бюрола, «Прогресс» Башҡорт производство берекмәһендә партия комитеты секретары урынбаҫары булып эшләй. 1990 йылда Өфө ҡалаһының Киров районы финанс бүлегенә күсә, 1994 йылда Ленин районы хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире, ә һуңынан  район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып китә.

2001 йылда Альбина Йосопова Өфө ҡалаһы Хакимиәте (2006 йылдан алып Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимите) башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны әлегә тиклем биләй.