3 декабрь, Шәмбе

23 ғинуар 2014 йыл, 13:06

Яңауылда янғындан зыян күреүселәргә республика халҡы бер миллион һум самаһы аҡса йыйҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Башҡортостан халҡы Яңауылда газ шартлауҙан зыян күреүселәргә миллион һум самаһы аҡса йыйҙы.

Аҡса йыйыу тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Иҫәп реквизиттары:

Наименование получателя: Янаульское финансовое управление (МАУ «Дворец молодежи» л/с 30070002120)

ИНН 0271002940 КПП 027101001

Банк получателя: филиал ОАО «Уралсиб» в городе Уфа.

к/с 30101810600000000770 БИК 048073770, р/с 40701810800053000001

КБК дохода 30399050057060000180

Республика халҡы аҡса менән генә түгел, ә янғындан бөлгән кешеләргә кәрәкле кейем һәм башҡа әйберҙәр менән ярҙам итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан. Үткән көндәрҙә улар әйберҙәр йыйыу тураһында иғлан итте.

— Тәүлек эсендә 1,5 контейнер әйбер йыйылды. Дөйөм алғанда улар кейем. Әлеге ваҡытта зыян күреүселәр беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәренә мохтаж. Улар шәхси гигиена нәмәләре, урын-ер кәрәк-ярағы, юрғандар, мендәрҙәр, аш-һыу кәрәк-яраҡтары, — тип аңлаттылар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында. — Гуманитар ярҙамды Яңауылға йома, 24 ғинуарҙа, алып барып бирәләр.

Көсөнән килгәнсе ярҙам итергә теләүселәр өсөн ҡабул итеү пунктының адресы: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының дәүләт унитар предприятиеһы (инеү Пушкин урамы яғынан).