Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Бер йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафын Башҡортостандан 12 меңдән ашыу егет тулыландырҙы

Йәмғиәт

2013 йылда республиканан 12 меңдән ашыу кеше саҡырылған һәм ғәскәрҙәргә йүнәлтелгән. Көҙгө саҡырылышта хеҙмәт итеү урындарына Башҡортостандан 6700 самаһы егет китте, тип хәбәр итте БР хәрби комиссары Анатолий Балтинский. Бынан тыш 295 үҫмер Оборона министрлығының һәм башҡа федераль органдарының хәрби-уҡыу йорттарына уҡырға инде.

Хәрби комиссар әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткә яраҡлығы, ә ул, хәрби хеҙмәткә граждандарҙы әҙерләүҙә медицина тәбьминәтен ойоштороуҙы сағылдырыусы, төп күрһәткес 2013 йылда 71,6 процент тәшкил итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылда ул 69,5 процент тәшкил итә ине. Үткән йылда сәләмәтлек мөмкинлектәре буйынса хәрби хеҙмәт итеүгә саҡырыуҙан 10 мең самаһы егет азат ителде.

Анатолий Балтинский хәҙерге хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың социаль портретын төшөрҙө: Ҡораллы Көстәр сафын тулыландырғандарҙың 151 гражданы өйләнгән, 94-нең балаһы бар. Көҙөн саҡырылғандарҙың 700-ҙән ашыуы әсә йәки ата менән генә, ә 112-һе ата-әсәһеҙ тәрбиәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть