10 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2014 йыл, 18:04

2013 йылда Өфөлә Рәсәйҙең эре сауҙа объекттарының береһе файҙаланыуға тапшырылды

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙә 2013 йылдың IV кварталында 800 мең квадрат метрҙан ашыу сифатлы сауҙа майҙансыҡтары сафҡа индерелгән. Jones Lang LaSalle компанияһы менән үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә,  һуңғы ете йылда был иң юғары квартал күрһәткесе булып тора.

Төҙөлгән сауҙа майҙансыҡтарының 56 проценты 1 миллиондан да кәм булмаған кеше йәшәгән ҡалаларҙа урынлашҡан. Үткән йылдың бөтә йомғаҡтары буйынса бындай торама пункттарға 44 процент индереү тура килә.

Дөйөм алғанда 2013 йылда Рәсәйҙә 1,65 миллион квадрат метр сауҙа күсемһеҙ мөлкәте төҙөлгән, ул яҡынса үткән йылдарҙағы күрһәткестәргә тап килә. 2007 йылдан алып йыллыҡ сауҙа үҙәктәре төҙөү илдә 1,4-1,8 миллион квадрат метр ҙурлығында үҙгәрә.

Рәсәй төбәктәрендә сафҡа индерелгән эре объекттар – Екатеринбургта «Глобус» сауҙа үҙәге, Өфөлә «Планета» сауҙа-күңел асыу комплексы, Волгоградта «Акварель», Төмәндә «Кристалл» һәм Ярославлдә «Аура».

Рәсәй сауҙа үҙәктәре баҙарында дөйөм күләм 16 миллион квадрат метрға етте. 2014 йылда девелоперҙар тағы ла 2 миллион «квадрат» төҙөргә билдәләй, уларҙың өстән бер өлөшө Мәскәүгә тура киләсәк. Ошо пландарҙы тормошҡа ашырған осраҡта рәсәйлеләр яңы тәҡдимдең рекордлы күләмен аласаҡ, тип хәбәр ителә Өфө хакимиәте сайтында.