6 декабрь, Шишәмбе

22 ғинуар 2014 йыл, 17:41

Йыл башынан алып республика халҡынан 1,7 мең тоннанан ашыу һөт һатып алынған

автор: Галина Бахшиева

2014 йыл башынан алып Башҡортостан халҡынан 1744 тонна һөт һатып алынған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әлеге ваҡытта һөт 44 район халҡынан һатып алына. Беренселектә – Баймаҡ, Илеш һәм Шаран райондары, уларҙың һәр береһенән йыл башынан алып 114-160 тонна һөт һатып алынған.

Шул арала, БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, ғинуарҙың тәүге көндәренән алып тулайым һауым республика буйынса 68,7 мең тоннанан ашҡан, уларҙың 29 мең тоннанан ашыуы һатылған.

Ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшөнө, тейешенсә, 31 мең тоннанан ашыу һәм 27,3 мең тонна самаһы һөт тура килә.