9 декабрь, Йома

22 ғинуар 2014 йыл, 16:50

Башҡортостан түрәләрен ғаиләнең табышы һәм сығымы тураһында мәғлүмәтте дәүләт органдары сайттарында асырға йөкмәттеләр

автор: Эльвира Латипова

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары һәм дәүләт учреждениеларының рәсми сайттарында айырым кешеләрҙең һәм уның ғаилә ағзаларының табыштары, сығымдары, мөлкәт һәм мөлкәт сифатындағы йөкләмәләр тураһында мәғлүмәт урынлаштырыу тәртибе һәм ошо мәғлүмәттәрҙе баҫтырыу өсөн киң мәғлүмәт сараларына биреү тураһында положение» БР Президентының Указы менән раҫланды. Коррупцияға ҡаршы федераль ҡануниәт йүнәлешендә эшләнгән документтың тексы шаршамбы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Был положение Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифаларын биләүселәргә, БР дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаларына, республиканың дәүләт учреждениелары етәкселәренә тарала. Документ йоғонтоһона уларҙың ҡатындары (ирҙәре) һәм бәлиғ булмаған балалары инә.

Түрәләр күсемһеҙ милек, транспорт саралары, йыллыҡ табыш тураһында мәғлүмәтте асырға тейеш. Мәҫәлән, әгәр килешмә төҙөгәндә уның күләме ир менән ҡатындың һуңғы өс йыллыҡ табышынан артҡан саҡта, улар аҡсалар алыу сығанаҡтарын асыҡларға тейеш. Һүҙ күсемһеҙ милек, транспорт саралары һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып алыу тураһында бара. Башҡа шәхси мәғлүмәттәр фаш ителмәй.

Ошо бөтә мәғлүмәттәр хеҙмәткәр эшләгән дәүләт структураһының рәсми сайтында ҡуйылырға һәм йыл һайын яңыртылырға тейеш.

Билдәләнгән мәғлүмәттәр менән киң мәғлүмәт саралары ла ҡуллана ала. Әгәр рәсми сайтта ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт булмаған осраҡта, дәүләт структураһы киң мәғлүмәт саралары запросына яуапты аҙна эсендә бирергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, журналистар иғтибарын йәлеп иткән хеҙмәткәргә запрос килеүе тураһында өс көн эсендә хәбәр ителергә кәрәк.