Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Республика парламенты депутаттары Яңауылда зыян күреүселәргә матди ярҙам күрһәтәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы депутаттары бер көнлөк эш хаҡын Яңауылда газ шартлау һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә күсерергә ҡарар итте.

— Үткән көндәрҙәге фажиғә бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырманы, — тине, ҡарарға аңлатма биреп республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев. — Беҙ аңлайбыҙ, был осраҡта төрлө ярҙам урынлы буласаҡ, шул иҫәптән финанс та. Мин һәм коллегаларым Яңауылда зыян күреүселәргә ярҙам итеп бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар иттек.

Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай форма беренсе тапҡыр ҡулланылмай. Алдан депутаттар быға оҡшаш ярҙамды Краснодар крайын һыу баҫҡанда һәм Иглин районының Урман ҡасабаһында арсенал шартлағанда зыян күреүселәргә күрһәтте.

Үткән көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Яңауылда фажиғә урынында булды. Ул район башлығы Илшат Вәзиғәтов менән берлектә тергеҙеү эштәрен үткәреү, зыян күреүселәргә ярҙам итеү варианттарына фекер алышты. Шулай уҡ Константин Толкачев һәләк булғандарҙы ерләүҙә ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть