3 декабрь, Шәмбе

22 ғинуар 2014 йыл, 14:24

Сочиҙағы Уйындарҙа Башҡортостандан олимпия составы билдәле

автор: Дмитрий Слезин | фото: Сочи 2014 сайтынан

Ҡышҡы Олимпия уйындары-2014 стартына тиклем ике аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалды. Был Уйындарға Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостан командаһы ағзаларының исемлеге билдәле булды.

Әгәр Ванкуверҙа уҙған Олимпиада-2010-ға Башҡортостан ун кешене ебәреп, уларҙан биатлонсы Максим Чудов ҡына (яңыраҡ ул ҙур спорттан китте) «бронза» алып ҡайтһа, хәҙер инде Сочиға 12 кеше барасаҡ.

Улар – трамплиндан саңғыла һикереүсе Дмитрий Васильев (республиканан иң йәш ҡатнашыусы) һәм йәш Илмир Хазетдинов, икебәйгесе Эрнест Яхин, бобслейсы Илвир Хузин (Никита Захаровтың экипаж-дүртлеге), шок-трекерҙар Семен Елистратов һәм Руслан Захаров, шулай уҡ Өфө «Ағиҙеленән» Рәсәй йыйылмаһы хоккейсылары – Ангелина Гончаренко, Инна Дюбанок, Алена Хомич, Анна Шибанова, Елена Дергачева һәм Екатерина Пашкевич.

Бынан тыш, был исемлеккә Антон Копривица (сноуборд, борд-кросс) өҫтәлеүе ихтимал.

Башҡортостан шулай уҡ үҙенең яҡташы (Межгорье ҡалаһынан) Ольга Вилухина өсөн көйәсәк, ул Рәсәй йыйылмаһының ҡатын-ҡыҙҙар биатлонында Новосибирсктан сығыш яһай.

Сочи-2014-тә иң күп өмөткә Башҡортостандың шок-трекерҙары һәм  Васильев эйә, уның өсөн был Олимпиада моғайын һуңғыһы булыр. Тыуған боҙҙа хоккейсыларҙың мөмкинлектәре ярайһы уҡ («бронза» көстән килерлек).

темалар: сочи-2014