8 декабрь, Кесе йома

22 ғинуар 2014 йыл, 12:14

Торлаҡты кредитҡа биреү күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округында лидерлыҡ итә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Волга буйы Федераль округында торлаҡты кредитҡа биреү күләме буйынса лидерлыҡ итә. 2013 йылдың ғинуар-ноябрендә республикала 33 445 миллион һумлыҡ 32 426 торлаҡ заемы бирелгән, тиелә Рәсәй Банкы сайтындағы материалдарҙа. Икенсе урында – Татарстан: 33 191 миллион һумлыҡ 30 317 торлаҡ кредиты.

Шул арала ипотека кредиты буйынса Башҡортостан (29 216 миллион һумлыҡ 23 231 кредит) беренселекте Татарстанға (32 415 миллион һумлыҡ  29 145 кредит) бирә. Башҡортостанда ипотека заемдарының дөйөм күләме 2012 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 37,4 процентҡа үҫкән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда – һумлыҡ ипотека кредиттары буйында уртаса билдәләнгән ставка Волга буйы федераль округында иң юғары: йылына 12,9 процент.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына БР Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡты кредитҡа биреү республика баҙарында төп ролде ғәҙәттәгесә Рәсәй Һаҡлыҡ банкы һәм Уралсиб уйнай. Төбәктә дәүләт ҡатнашлығындағы башҡа банктар ҙа күбәйҙе: ВТБ 24 һәм Газпромбанк. Ипотека йүнәлешен шулай уҡ республика банктары әүҙем үҫтерә, иң тәүҙә «Мой Банк. Ипотека» һәм Инвесткапиталбанк. Һанап үтелгән кредит биреү ойошмаларында ипотека кредиты буйынса ставкалар йылына 12 проценттан 15-кә тиклем ҙурлыҡта үҙгәрә.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек Башҡортостандың йәш уҡытыусылары һәм ғалимдары йылына 8,5 процент ставкалы махсус ипотека продукттары менән ҡуллана ала. Республика территорияһында бындай мөмкинлекте «Мособлбанк» һәм «Локо-банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре бирә.

Яҡын ваҡытта Башҡортостанда, республика Хөкүмәте тарафынан булдырылған, торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлап йыйған аҡсалар системаһын файҙаланып торлаҡ төҙөүҙе финанслау буйынса республика пилот проекты бойомға ашырыла башлаясаҡ. Яңы механизмдың асылы – торлаҡ алырға аҡса йыйыусы граждандар бюджет субсидиялары һәм ҡиммәт булмаған кредиттар менән файҙалана аласаҡ.

Республиканың Милли банкында, яңы проект халыҡтың түләүгә һәләтле ихтыяжын булдырасаҡ, ә төҙөлөшкә һаҡлап йыйған аҡсалар системаһында ҡатнашыусылар өсөн кредит буйынса процент ставкаһы йылына 6-7 процентҡа тиклем кәмейәсәк, тип иҫәпләйҙәр.