5 декабрь, Дүшәмбе

22 ғинуар 2014 йыл, 10:29

Башҡортостанды икенсе сәғәт бүлкәтенә күсереүҙәре ихтимал

автор: Игорь Савельев | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Дәүләт Думаһына «Ваҡыт иҫәпләмәһе тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты индерелде, уның авторҙары – 98 депутаттан торған Думаның Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты башлығы Сергей Калашников етәкселегендәге төркөм.  20 ғинуарҙың кисе баҫылып сыҡҡан закон проекты ҡышҡы ваҡытты даими сифатта ҡайтарыу ғына түгел, ә Рәсәйҙе ун сәғәт зонаһына бүлеүҙе күҙаллай. Әгәр закон ҡабул ителһә, Башҡортостан Республикаһы Урал сәғәт бүлкәтенән (Мәскәү ваҡыты + 2 сәғәт) икенсе зонаға: Мәскәү ваҡыты + 1 сәғәткә, күсәсәк. Башҡортостандан тыш, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе һәм Коми Республикаһы был ваҡыт буйынса йәшәй башлауы ихтимал.

Закон проектының аңлатмалы яҙыуында әйтелеүенсә, бындай сәғәт зоналары «UTC бөтә донъяла координацияланған ваҡыттың сәғәт бүлкәтенә мөмкин тиклем яҡын булыу иҫәбе менән» (төбәктәрҙә ваҡыт астрономик ваҡытҡа яҡын буласаҡ) билдәләнәсәк. Депутаттар төркөмө, бүлкәттәрҙе Башҡортостан өсөн генә түгел, ә Омск өлкәһе, Приморье, Хабаровск крайы, Яҡут Республикаһының ҡайһы бер райондары өсөн «шылдырырға» кәрәк, тип иҫәпләй. Закон проекты авторҙары ғәмәлгә уны быйыл 26 октябрҙең 02 сәғәтенән алып индерергә тәҡдим итә: сәйәсмәндәр инде бер нисә тапҡыр белдереүҙәренсә, Сочиҙағы Олимпиаданы трансляциялау буйынса төҙөлгән халыҡ-ара килешеүҙәр арҡаһында ваҡыт «реформаһын» тиҙ генә үткәреп булмай.

Хәҙерге ваҡыт буйынса Башҡортостан 1919 йылдан, РСФСР-ҙа сәғәт бүлкәттәре индерелгәндән, алып йәшәй, шул уҡ ваҡытта республиканың көнбайыш өлөшө 1956 йылға тиклем икенсе бүлкәттә булды. Беҙгә күсергә тәҡдим ителәсәк «Мәскәү ваҡыты + 1 сәғәт» сәғәт бүлкәте үҙе Рәсәй Хөкүмәте менән 2011 йылда бөтөрөлгәйне, алдан унда Һамар һәм Ижевск йөрөнө.

Дәүләт Думаһының закон проектын ҡасан ҡарауҙары хәбәр ителмәй, әммә уның рәйесе Сергей Нарышкин, депутаттар уны «бик иғтибарлы» өйрәнергә ниәтләнә, сөнки «тема көнүҙәк», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.