8 декабрь, Кесе йома

21 ғинуар 2014 йыл, 17:56

Ишембайҙа халыҡ-ара шашка буйынса Башҡортостандың асыҡ чемпионаты уҙҙы

автор: Дмитрий Слезин

Ишембайҙа ирҙәр һәм ҡатындар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионаты уҙҙы. Ике классик һәм «йәшен тиҙлегендәй» программаларҙа дүрт комплект миҙал уйналды. Ҡатнашыусылар араһында Рәсәй йыйылмаһынан 11 кеше, шулай уҡ Урал аръяғынан дебютанттар ҙа булды.

Классик программала һөҙөмтәләр былай.

Ирҙәр: 1.  Дамир Рысаев (Стәрлетамаҡ), 2. Янис Сафин (Ишембай) — 11-шәр мәрәй, 3. Михаил Пекерский — 10.

Ҡатындар: 1. Кристина Осипова (Өфө) — 12 мәрәй, 2. Елена Мильшина (Ишембай) — 11, 3. Руфина Аюпова (Ишембай — Өфө) — 9.

Блицта: Ирҙәр: 1. Янис Сафин (Ишембай), 2. Айнур Шәйбәков (Өфө), 3. Артур Минигузин (Ишембай). Ҡатындар: 1. Руфина Аюпова (Ишембай — Өфө), 2. Елена Мильшина, 3. Агата Парахина (бөтәһе — Ишембай).

темалар: шашка