9 декабрь, Йома

21 ғинуар 2014 йыл, 17:40

Өфөләге ҡарттар йорто-интернатында Олимпия уты Эстафетаһына арналған концерт үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостандың Йәштәр парламенты ағзалары Өфөләге ҡарттар һәм инвалидтар йорто-интернатында йәшәүселәр өсөн тематик байрам концерты ойошторҙо. Сара Өфөлә үткән Олимпия уты Эстафетаһына арналды. Йорт-интернатҡа факел йөрөткән волонтерҙар килде.

Республиканың Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты ағзаларынан тыш, кисәлә Өфөнөң 83-сө мәктәп-лицей уҡыусылары һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты волонтерҙары ҡатнашты.

Социаль учреждениела йәшәүселәр тулыһынса тантана атмосфераһын тойһон өсөн, волонтерҙар Өфөлә Олимпия уты Эстафетаһы нисек үткәне тураһында махсус ролик әҙерләгәйне. Пенсионерҙар үҙҙәренең көйәрмәндәр икәнлеген танып, әлбиттә, Рәсәй йыйылмаһы өсөн борсоласаҡтарын белдерҙе. Олимпия уйындары барышында бында спорт ярыштарын ҡарауҙы ойошторорға планлаштыралар. Волонтерҙар ҡайҙа һәм ниндәй объекттарҙа эшләйәсәктәре тураһында һөйләне.

— Беҙ йорт-интернатта йәшәүселәрҙең тормошон үҙгәртә алмайбыҙ, әммә уны саҡ ҡына ҡыҙыҡлы итеп, яңы ваҡиғалар һәм тәъҫораттар менән тултырыу беҙҙең хәлдән килә. Күмәкләп беҙ уларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итәбеҙ, — тип үҙ тәъҫораттары менән уртаҡлашты  БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге директоры урынбаҫары Алина Трусова.