10 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2014 йыл, 17:13

Стәрлетамаҡ тамашасыларына «Аҫылйәр» музыкаль комедияһы тәҡдим ителәсәк

автор: Эльмира Сабирова

«Аҫылйәр» музыкаль комедияһын Стәрлетамаҡ тамашасылары 31 ғинуарҙа Дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Зур залында ҡарай аласаҡ, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы.

Спектаклдең режиссер-ҡуйыусыһы – БР атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин, рәссам-ҡуйыусы – Альберт Нестеров, композитор – Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев, хореограф – БР атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.

Спектакль саф һәм яҡты мөхәббәт тураһында һөйләй. Сюжет буйынса – етем малай менән бай ғаиләнән ҡыҙ дуҫлаша башлай. Тәүҙә бай ата-әсәләр уларҙың мөнәсәбәттәрен үҫмерҙәрсә шаярыу кеүек ҡабул итә. Тик йылдар үтеү менән үҫмерҙәрсә шаярыу асыҡ хистәргә үрелә. Ҡыҙҙың ата-әсәләре йәштәрҙең хис-тойғоларын һыуытыу өсөн хәйләле мәкер уйлай башлай. Ғашиҡ булғандар үҙҙәренең мөхәббәттәрен һаҡлап ҡала алырмы?

Спектакль 19 сәғәттә башлана.