Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Саҡмағош районы һауым буйынса Башҡортостанда беренселекте биләй

Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостанда һауым буйынса иң юғары күрһәткестәрҙе Саҡмағош районы хужалыҡтары биләй. Бында уртаса тәүлек һауым 14,8 килограмм тәшкил итә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йыл башынан алып Саҡмағош районында һәр һыйырҙан 270 килограмдан ашыу һөт һауып алынған.

Ғинуарҙың тәүге көндәренән алып тулайым һауым инде ике мең тоннанан ашҡан, уларҙың 1,9 мең тонна тирәһе һатылған. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек был күрһәткестәр 95 һәм 106 тоннаға әҙерәк ине.

Көн һайын Саҡмағоштың ауыл хужалығы предприятиелары хәҙер 110-шар тонна һөт һауып ала, уларҙың 101 тоннаһын һата.

Шул арала, БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республика буйынса әлеге ваҡытта һәр һыйырҙан уртаса 9,3 килограмдап һөт алалар.

2014 йылдың башынан алып республикала уртаса һәр һыйырҙан 170 килограмдан ашыу һөт һауып алынған, ул былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 5 килограмға күберәк. Тулайым һауым яңы йылдың өс аҙнаһы эсендә төбәктә 62,2 мең тоннаға етте, уларҙың 26 мең тоннанан ашыуы һатылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть