6 декабрь, Шишәмбе

21 ғинуар 2014 йыл, 16:22

Сочиҙаға ҡышҡы Олимпиадаға биш тонна юғары сифатлы башҡорт балы ебәреләсәк

автор: Галина Бахшиева

23 ғинуарҙа Өфөнән XXII ҡышҡы Олимпия уйындарына һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарына биш тонна юғары сифатлы башҡорт балын ебәрәсәктәр.

Элек, Башҡортостандың апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарында республиканың бренд тауырын тәҡдим итәсәк, тип хәбәр ителгәйне.

Сочиҙағы Олимпиада-2014 сараларында Башҡортостан вәкилдәренең ҡатнашыуын республика Президенты Рөстәм Хәмитов башлап сыҡты: ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козакка ҡышҡы Олимпиадала ҡатнашыусыларға һәм уның ҡунаҡтарына башҡорт балын күрһәтеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Дмитрий Козак был фекерҙе хупланы, унан һуң Краснодар крайының Ҡулланыусылар өлкәһе департаменты хеҙмәткәрҙәре башҡорт умартасыларына махсус күргәҙмә-йәрминкәлә ҡатнашырға тәҡдим итте. Ул Имеретин уйһыулығының «Бәрхәт миҙгелдәре» комплексы территорияһында 1 февралдән алып 16 мартҡа тиклем үтәсәк.

Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан ҡышҡы Олимпиада-2014-тә үҙенең бренд тауарын күрһәтеүсе илдең башҡа бер нисә төбәктәре араһында булды.

Маҡсат – сит ил ҡунаҡтарына Рәсәйҙе уның барлыҡ төрлөлөгөндә күрһәтеү.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, биш тонна юғары сортлы бал 150 грамдан алып дүрт килограмға тиклем пластик, быяла һәм ағас һауыттарға тултырылған.

Дөйөм алғанда фасовкалау өсөн 68 төр тара ҡулланылған, уларҙың күп өлөшө – ағастан сувенир продукцияһы: биҙәкләнгән ағас мискәләр, биҙрәләр, туҙҙан тырыздар.

Балдан тыш, «олимпия» күргәҙмәһендә умартасылыҡтың башҡа продукттары ла тәҡдим ителәсәк — һитә, һеркә һәм ҡорт елеме, шулай уҡ ҡортсолоҡ продукттарын ҡулланып дауалау-иҫкәртеү һәм косметика продукциялары.