Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Яңауылда газ шартлау ваҡытында зыян күргән ике кешене Өфөнөң тән бешеүҙе дауалау үҙәгенә килтерҙеләр

Йәмғиәт

Яңауылда газ шартлау ваҡытында зыян күреүселәрҙе Өфөнөң 18-се клиник дауаханаһының тән бешеүҙе дауалау үҙәгенә күсереп килтерҙеләр. Күсереүҙә уларҙың торошо насарайманы, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Өфөгә шартлау булған фатирҙың 39 йәшлек хужаһы һәм уның 15 йәшлек улы һалынды. Уларҙың торошон табиптар бик ауыр тип баһалай. Шишәмбе, 21 ғинуарҙа, Башҡортостандың баш ҡалаһына тағы ла бер йәрәхәтләнгән килтереләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе кис Яңауылда биш ҡатлы йорттарҙың береһендә шартлау һәм уның артынан янғын сығыу һөҙөмтәһендә биш кеше һәләк булды һәм унауһы зыян күрҙе. Баштағы мәғлүмәттәргә ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл, ремонт өсөн алынған газ балонынан газ сығып тороп, газ-һауа ҡатышмаһы шартлау арҡаһында килеп сыҡты.

Енәйәт эше РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса асылды.

Яңауылда шартлау һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә ҡан Республика ҡан биреү станцияһында ла, шулай уҡ Республика ҡан биреү станцияһының Нефтекама филиалында ла ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть