10 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2014 йыл, 15:09

Ҡыҙыл Тәре Яңауылда зыян күреүселәргә аҡса йыйыу тураһында иғлан итте

автор: Алик Шакиров

«Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе республиканың бөтә граждандарына Яңауылда шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.

«Яңауыл ҡалаһында кешеләр торған йортта көнкүреш газ шартлау һөҙөмтәһендә биш кеше һәләк булды, тағы ла бишәүһе дауаханала ята. 250 самаһы кеше ваҡытлыса тороу урындарына урынлаштырылған. Беҙ бөтә вайымлы кешеләргә мөрәжәғәт итәбеҙ. Һеҙ зыян күреүселәргә яңы кейем, аяҡ-кейеме, түшәк кәрәк-ярағы, шулай уҡ Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһенең махсус иҫәбенә аҡса күсереп ярҙам итә алаһығыҙ», — тип әйтелә мөрәжәғәттә.

Әйберҙәрҙе һәм аҡсаны Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 53 адресы буйынса тура Ҡыҙыл Тәренең үҙенә килтереп була, бәйләнеш өсөн телефон: (347) 251-64-11.

Зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн иҫәп:

Расч/сч 40703810407250000037 в ОАО «Социнвестбанк» г. Уфа, Кировский доп. офис

Кор/сч 30101810900000000739

БИК 048073739

ИНН 0274037193

КПП 027401001

ОКАТО 80401000000

Назначение платежа: Благотворительное пожертвование пострадавшим от взрыва газа в г. Янауле.