Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Владимир Нагорный Башҡортостан Президенты Хөкүмәтенең кадрҙар сәйәсәте буйынса Идаралыҡты етәкләне

Сәйәсәт

Республика башлығының бойороғо менән Башҡортостан Президенты Хөкүмәтенең Территориялар менән эш итеү һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса Идаралыҡ начальнигы итеп, алдан Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүсе, Владимир Нагорный тәғәйенләнде.

Ул 1957 йылда Әлшәй районында тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Сәнәғәт төҙөлөшө Ғилми-тикшеренеү институтының план-производство бүлегендә өлкән техник, бүлек мөдире; КПСС-тың Орджоникидзев районы комитеты инструкторы, «Башнефтезаводстрой» производство төҙөлөш берләшмәһенең партия комитеты секретары, Орджоникидзев районы Советы рәйесе урынбаҫары, Өфө ҡала Советы секретары, Өфөнөң Орджоникидзев һәм Киров районы хакимиәтәре башлыҡтарының беренсе урынбаҫары булып эшләй; 2011 йылдың декабренән алып Башҡортостандың баш ҡалаһы Ленин районы хакимиәте менән етәкселек итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть