Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты бойороғо менән Яңауылда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылдың 19 ғинуарынан алып «Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы муниципаль районының Яңауыл ҡалаһы ҡала ҡасабаһы  территорияһында ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Бойороҡ менән, Яңауылда кеше торған йортта көнкүреш газы шартлау арҡаһында килтерелгән, зыянды билдәләү буйынса ведомство-ара комиссия төҙөлгән, ул 14 февралгә тиклем Рәсәй Хөкүмәтенә ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса саралар күреүҙе финанслауға федераль бюджеттан бюджет ассигнованиелары бүлеү тураһында мөрәжәғәт әҙерләргә һәм ебәрергә; ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса саралар күреүҙе финанслауға федераль бюджеттан бюджет ассигнованиелары бүлеүҙе дәлилләүсе документтарҙы йыйыу һәм әҙерләү буйынса эште башҡарырға тейеш.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарға матди ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә тәҡдимдәр индерергә йөкмәтелде.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың торлаҡтарын яңыртыу буйынса дәүләт заказчигы булараҡ билдәләнгән Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына Яңауыл районы хакимиәте менән берлектә 27 ғинуарға тиклем Хөкүмәткә торлаҡты яңыртыу буйынса тәҡдимдәр индерергә һәм 2014 йылдың 30 апреленә тиклем бөтә эштәрҙе тамамларға ҡушылды, тип хәбәр ителә Башҡортостан Президентының рәсми сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть