Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Яңауылда ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә бөтә зыян күреүселәргә компенсация түләнәсәк- БР Президенты

Хәл-ваҡиғалар

Газ балоны шартлау һәм янғын ваҡытында кешеләр үлеү трагедияһы һөҙөмтәһендә, Яңауылда Совет урамы буйынса йортта йәшәүсе-зыян күреүселәргә компенсация түләнәсәк. Был хаҡта, дүшәмбе Яңауыл районы хакимитендә үткәргән ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса ашығыс комиссия ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иғлан итте. Республика башлығы, быға оҡшаш ғәҙәттән тыш хәлдәрҙәге кеүек, һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә 1 миллион һумдан да кәм булмаған компенсация түләнәсәк, тип билдәләне. Атап әйткәндә, 2012 йылдың ғинуар аҙағында Приют ҡасабаһында. Шулай уҡ компенсацияны бөтә зыян күреүселәр аласаҡ, уларҙың күләме алған тән йәрәхәттәре ауырлығына бәйле буласаҡ. Мөлкәтен юғалтыусыларға ла зыянды ҡаплау ҡаралған. Махсус ойошторолған комиссия зыян күреүселәр менән берлектә юғалтыу һәм мөлкәттең боҙолоуы тураһында акт төҙөйәсәк, һуңынан, актланған документтарға ярашлы тейешле түләүҙәр тәғәйенләнәсәк.

Бынан тыш, ошо уҡ ултырышта Президент трагедия һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә бөгөн һәм иртәгә ашығыс матди ярҙам күрһәтергә: мохтаж булғандарға беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәр – йылы кейемдәр, көндәлек предметтары алыу өсөн кисектергеһеҙ тотоноуҙарға бишешәр мең һум аҡса түләргә бойорҙо, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть