3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2014 йыл, 18:16

20 ғинуар Яңауылда матәм көнө тип иғлан ителгән

автор: Сергей Захаров

2014 йылдың 19 ғинуарында Совет урамы, 2 буйынса янғын ваҡытында кешеләрҙең фажиғәле үлеүе сәбәпле һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашып, Яңауыл районы хакимиәте 20 ғинуарҙы матәм көнө тип иғлан итергә ҡарар итте. Бөгөн ҡалала һәм районда бөтә мәҙәни-күңел асыу саралары туҡтатылған.

Бынан тыш районда янғындан зыян күреүсе ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн иҫәп асылған. Реквизиттар:

«Наименование получателя: Янаульское финансовое управление (МАУ «Дворец молодежи» л/с 30070002120)

ИНН 0271002940 КПП 027101001

Банк получателя: филиал ОАО «Уралсиб» в г. Уфа,

к/с 30101810600000000770 БИК 048073770, р/с 40701810800053000001

КБК дохода 30399050057060000180»

Шулай уҡ кейем, аяҡ-кейем, беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре йыйыу ойошторолған: Яңауыл, Азин урамы, 9а, Йәштәр һарайы.

Бөтә һорауҙар буйынса (34760) 5-44-06, 5-01-22 телефондарына мөрәжәғәт итергә була, тип хәбәр ителә Яңауыл районы хакимиәтенең рәсми сайтында.