6 декабрь, Шишәмбе

20 ғинуар 2014 йыл, 17:40

Рөстәм Хәмитов – Яңауылда трагедия урынында

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

20 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңауылға юлланған, унда үткән көндә ҡаланың биш ҡатлы йорттарының береһендә сыҡҡан янғын урынында булды. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул ғәҙәттән тыш хәл урынын ҡараны, зыян күреүселәр менән осрашты, һәләк булғандарҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов трагедия урынында ашығыс һәм социаль хеҙмәт вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе, уларға тиҙ ваҡыт эсендә кешеләрҙе урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итергә һәм кәрәкле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Бынан тыш, республика Президенты төҙөүселәргә — йортто ремонтлау һәм янғындан бөлгән кешеләр өсөн яңы торлаҡ төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә күрһәтмә бирҙе.