8 декабрь, Кесе йома

20 ғинуар 2014 йыл, 17:01

Республика етәксеһе хоккей буйынса Быуындар Кубогы-2014-те асыуҙа ҡатнашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Рөстәм Хәмитов шәмбе, 18 ғинуарҙа, Учалының «Горняк» боҙ һарайында үткән, Йәштәр хоккей лигаһының Быуындар Кубогы-2014-те асыуҙа ҡатнашты.

— Бөгөн Башҡортостанда, Учалыла ҙур хоккей байрамы. Мин барыһын да был ваҡиға менән ҡотлайым! Беҙҙең башҡорт боҙонда ошондай принципиаль матч барыуы менән ғорурланам һәм ҡыуанам. Ҡатнашыусыларға яҡшы тәьҫораттар, ә тамашасыларға ҡыҙыҡлы күренеш теләйем. Дуҫлыҡтың еңеүен теләйем, беҙҙең «Көнбайыш» һәм «Көнсығыштан» егеттәр дуҫтар булып хушлашһындар, — тип сәләмләне йыйылыусыларҙы Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов символик шайбаны ташлап, матчҡа старт бирҙе. Спорт байрамының почетлы ҡунаҡтары араһында – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры өлкән Владимир Юрзинов.

Йәштәр хоккей лигаһының Быуындар Кубогы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Алдан ике матч 2012 һәм 2013 йылда Пензала һәм Киров-Чепецкта үтте.

«Көнсығыш» командаһы составына «Горняк» Учалы хоккей клубының өс һөжүм итеүсеһе инә – Анатолий Наговицын, Алексей Нечкин һәм Никита Сафронов.

«Көнсығыш» йыйылмаһы менән «Алтай Бөркөттәре»нән Александр Климов етәкселек итә. Тренер штабы составына Константин Полозов («Батыр» ХК, Нефтекама) һәм Владимир Герасимов («Горняк» ХК, Учалы) инә.