Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Сәфәр ауылында ремонтланған мәктәп бинаһын ҡараны

Йәмғиәт

Үткән йылдың ноябрендә Учалы районының Сәфәр ауылында капиталь ремонттан һуң ҡабаттан мәктәп асылды. Ауыл халҡы өсөн был оҙаҡ көтөп алынған ваҡиға.

1969 йылда төҙөлгән был белем биреү йорто күптән ремонтҡа мохтаж ине. 2011 йылда бинаның төп стенаһында ярыҡ барлыҡҡа килгәс, мәктәпте авария хәлендә тип танынылар. Шуға бәйле уҡыуҙы балалар интернатта дауам итте һәм тыуған мәктәптәренә ҡайтыуҙы түҙемһеҙләнеп көттө.

Бинаны ремонтлауға дөйөм 12,5 миллион һум күләмендә аҡса йүнәлтелде. Уларҙың биш миллион һумы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Халыҡ бюджеты» проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә алынды, 6,7 миллион һумын Республика социаль-маҡсатлы программалар фонды бирҙе, ә район бюджетынан индерем миллион һум тиерлек тәшкил итте. Шулай итеп, бүленгән аҡсалар менән ҡаралған бөтә төр эштәрҙе башҡарып булды – мәктәптә төп конструкциялар нығытылды, түбәһе ремонтланды, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация селтәре төҙөлдө, тәҙрәләр, ишектәр, иҙәндәр алмаштырылды, электр ҡорамалдары яңыртылды. Ремонт эштәрен «Фаэтон» (Өфө ҡалаһы) һәм «СМУ» (Учалы ҡалаһы) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр башҡарҙы.

Шәмбе, 18 ноябрҙә, ремонтланған белем биреү йортонда Башҡортостан Президенты булды. Рөстәм Хәмитов рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын, тамаша һәм спорт залдарын ҡараны. Информатика кабинетында республика башлығы интернет тиҙлеге менән ҡыҙыҡһынды һәм секундына ни бары 58 килобит тәшкил иткәнен асыҡлағас урындағы властарға был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов милли көрәш секцияһында шөғөлләнеүсе балалар менән аралашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть