4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2014 йыл, 13:50

Республика башлығы яңы баҡыр колчеданы ятҡылығын үҙләштерә башлаусы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Учалынан 15 километр алыҫлыҡта Силәбе өлкәһе сигендә урынлашҡан «Озерный» ятҡылығын 2014 йылдың көҙөндә үҙләштерә башларға планлаштыра. Ятҡылыҡтағы эш барышы менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

Ятҡылыҡтың тауар һаҡламы 5,98 миллион тонна баҡыр колчеданы мәғдәне тәшкил итә. Ҡиммәтле тоҡомдарҙы ер аҫты ысулы менән сығарасаҡтар.

2014 йылда «Вентиляционная» шахта үҙәге, төп елләткес ҡулайламаһы һәм мәғдән тултырыу өсөн комплекс эксплуатацияға тапшырыласаҡ. Йылына 300 мең тонна мәғдән сығарыу планлаштырыла, шул иҫәптән таҙартыу эшенән 250 мең тонна һәм ҡаҙып үтеү эшенән 50 мең тонна.

Планлаштырылған эшселәр иҫәбе 2014 йылға 119 кеше тәшкил итә.

Смета буйынса объект хаҡы – 4,5 миллиард һум.

Проект буйынса карьерҙың етештереүсәнлеге – йылына 400 мең тонна мәғдән, мәғдән усағын ҡулланыу ваҡыты 15 йыл тәшкил итәсәк.