10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2014 йыл, 11:59

Сораман ауылы халҡы Рөстәм Хәмитовҡа яңы һыу үткәргесе өсөн рәхмәт әйтте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Учалы районының Сораман ауылында һыу үткәргесе астылар. Хәҙер урындағы халыҡҡа һыуға ике километр алыҫлыҡҡа йөрөргә йәки ауылдағы берҙән-бер ҡойоға сиратҡа баҫырға кәрәкмәй. Уның урынына 15 һыу колонкаһы килде. Таҙа һыу йорт эргәһендә генә – бының турала Сораман халҡы күптән хыяллана ине. Ауыл халҡы шәмбе, 18 ғинуарҙа, Учалы районы буйынса эш сәфәрендә булған республика Президентына яңы һыу үткәргесе өсөн рәхмәт әйтте.

Дөйөм 4,2 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргесе төҙөлөшө 2012 йылдың октябрендә «2013 йылға тиклем ауыл үҫеше» федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә башланды. Был маҡсатҡа республика адреслы инвестиция программаһынан һигеҙ миллион һум самаһы, РФ бюджетынан миллион ярымдан ашыу аҡса бүленде. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен «Техноресурс» йәмғиәте (Сибай ҡалаһы) башҡарҙы.

Шул арала өҫтә әйтелгән программа средстволарына 2013 йылда Иманғол ауылында һыу үткәргесе төҙөлгән, алдағы йылдарҙа һыу үткәреү селтәре тағы ла 12 ауыл биләмәһендә төҙөләсәк – 2014 йылға Иҫке Байрамғол, Сәфәр, Ҡунаҡбай, Мансур ауылдарында селтәр төҙөлөшөнә дәүләт экспертизаларының ыңғай һығымтаһы алынған.