7 декабрь, Шаршамбы

20 ғинуар 2014 йыл, 10:32

Владимир Путин: «Өфө ҡайһы бер эре саралар үткәрергә дәғүә итә, һәм беҙ Өфөгә был йүнәлештә ярҙам итәсәкбеҙ»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Өфө ҡайһы бер эре саралар үткәрергә дәғүә итә, һәм беҙ, әлбиттә, Өфөгә был йүнәлештә ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай итеп, ҡайҙа һәм нимә үткәрергә ҡарарбыҙ, — тине, Өфөлә тыуған волонтер Евгенияның һорауына яуап биреп, Рәсәй Президенты Владимир Путин.

Дәүләт башлығы 2014 йылғы XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыусы волонтерҙар менән осрашты.

Евгения Президенттан, киләсәктә Олимпия уйындарын үткәрергә дәғүә итеүселәр сифатында ниндәй ҡалалар ҡарала, тип һораны. Ул Мәскәү, Питер буласаҡмы әллә, киләсәктә уларҙы үҫтерерлек, ниндәйҙер үҙәктән ситтәге ҡалалармы?

Владимир Путин, Петербург күптән үҙендә эре халыҡ-ара ярыштар, шул иҫәптән Олимпия уйындарын үткәреү тураһында мәсьәлә ҡуя, тип билдәләне.

— Ҡарарбыҙ, сөнки күп нәмә объекттарҙың әҙерлегенән, һәм беҙҙең Рәсәй Федерацияһының, баш ҡалаларынан тыш, башҡа төбәктәрен үҫтереү теләгенән дә тора, дөрөҫөн әйткәндә, шуға күрә беҙ Сочины һайланыҡ, — тип аңлатты дәүләт башлығы. — Был һайлау осраҡлы булманы ла. Беренсенән, беҙгә күпселек ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса компетенцияны тергеҙергә, яңы майҙансыҡтар, яңы тренировка базалары төҙөргә һәм курортты үҫтерергә кәрәк ине.

Владимир Путин, «эре халыҡ-ара һәм сәйәси, һәм спорт саралары үткәргәндә географияны киңәйтә алырлыҡ итеп эшләргә тырышасаҡбыҙ», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Президент ышаныс белдереп, «төбәкте үҫтереүгә финанс, административ ресурстарҙы йүнәлтеү был һәр ваҡыт бик яҡшы сәбәп. Өфө, шулай уҡ беҙҙең саралар үткәреү үҙәге буласаҡ, тип ышанам…», тине.