11 декабрь, Йәкшәмбе

17 ғинуар 2014 йыл, 18:30

Рөстәм Хәмитов «Хайчен Нефтемаш» Ҡытай компанияһы етәксеһе менән осрашты

автор: Сергей Захаров

17 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Хайчен Нефтемаш» Ҡытай компанияһының генераль директоры Ван Чжэнжуан менән осрашты. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала нефть-газ сығарыу ҡорамалдары етештереү буйынса уртаҡ предприятие төҙөү перспективалары тикшерелде.

— Ҡытай Халыҡ Республикаһы беҙ бөгөн эшләгән төп партнерҙар иҫәбенә инә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Бер йыл эсендә сауҙа әйләнеше 600 миллион доллар самаһы тәшкил итте. Тауар әйләнешен үҫтереүҙә яҡшы мөмкинлектәребеҙ бар. Нефть-газ ҡорамалдары етештереү производствоһын төҙөү өлөшөндә республикабыҙҙы һайлауҙары менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Беҙҙә инвесторҙарға яҡшы һалым ташламалары ҡаралған заманса ҡануниәт формалашҡан. Хөкүмәт документтарҙы рәсмиләштереүҙә, төрлө административ процедураларҙы үтеүҙә ярҙам итә. Беҙ эре инвесторҙар менән айырым эшләйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

— Беҙ донъяның 50-нән ашыу иленә туранан-тура заманса ҡорамалдар еткереп бирәбеҙ. Беҙҙең сәйәсәт – юғары технологик ҡорамалдар етештереү. Бергәләп үҫешер өсөн уртаҡ предприятие төҙөй алабыҙ. Беҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы үҫеше һәм реформаһы комитетынан һеҙҙең турала мәғлүмәт алдыҡ. Беҙгә, Башҡортостан хеҙмәттәшлек варианттарын эҙләй тип хәбәр иттеләр. Предприятиебыҙ шулай уҡ партнерлыҡ менән ҡыҙыҡһына , — тине Чжэнжуань әфәнде.

Осрашыуҙың тулыраҡ стенограммаһы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында баҫылған.