3 декабрь, Шәмбе

17 ғинуар 2014 йыл, 17:37

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифы үҫешен компенсациялауға адреслы социаль түләүҙәрҙе Башҡортостанда барлыҡ теләүселәр аласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифы үҫешен компенсациялаусы адреслы социаль түләүҙәргә Башҡортостан бюджетынан 500 миллион һум бүленә. Компенсацияны Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә ғариза менән мөрәжәғәт итеүсе бөтәһе лә аласаҡ. БР Хөкүмәтенең тейешле ҡарары йома рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды. Ул 10 көндән көсөнә инә.

Адреслы социаль түләүҙәр — коммуналь түләүҙәр өсөн уртаҡ түләүҙәре 2013 йылдың июне менән сағыштырмаса 12 проценттан ашҡан бөтәһенә лә тейеш. Мотлаҡ шарт: торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләү буйынса түләйһе бурыстарҙың булмауы.

Бөтә адреслы социаль түләүҙәр алыусыларға 1 ғинуарҙан алып компенсация билдәләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта, заявканың йыл беренсе  яртыһы дауамында ҡасан бирелеүе, ғинуарҙамы йәки июндәме, мөһим түгел. Адреслы социаль түләүҙәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләү буйынса тура айырым кеше иҫәбенә күсереләсәк.

Ғариза яҙыусынан, ғаризанан тыш, паспорт күсермәһе, торлаҡҡа эйә булыулығын йәки ҡулланыуға хоҡуҡлығын раҫлаусы документтар күсермәһе (әгәр улар нотариаль раҫланмаһа, үҙең менән оригиналын алыу мотлаҡ), һуңғы айға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тураһында документтар күсермәһе, иҫәп йәки банк картаһы иҫәбен асыу тураһында килешеү күсермәһе кәрәк.

Бер гражданға бер генә адреслы социаль түләүҙе рәсмиләштерергә була.

Адреслы социаль түләүҙәрҙе тулы күләмдә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүгә ай һайын компенсация йәки субсидия алыусы граждандар алай ала. Һүҙ коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәре ғаилә ағзалары килеменең 20 процентынан юғарыраҡ булғандар тураһында бара. Йәғни, бюджет компенсацияларын граждандар бер үк ваҡытта ике сәбәп буйынса аласаҡ.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ажиотажды көтмәйҙәр.

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге филиалдары һәм уларҙың бүлектәренең адрестары БР Хеҙмәт министрлығы сайтында бирелгән. Унда шулай уҡ ҡыҙыу линия телефондары яҙылған, уның буйынса адреслы социаль түләүҙе башҡарыуға ҡағылышлы төрлө һорауҙарға квалификациялы яуаптар алып була.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә ғариза биреүселәрҙе шулай уҡ Берҙәм иҫәп-касса үҙәге бүлексәләрендә ҡабул итәсәктәр.