5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2014 йыл, 16:36

Өфөлә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителде

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Бөгөнгө Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының 28-се ултырышында депутаттар Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың вәкәләтен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Уның менән килешеүгә 2012 йылдың 18 ғинуарында ҡул ҡуйылған, уның вәкәләтенең ваҡыты 2014 йылдың 17 ғинуарында сыға.

Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурсты 12 фералдә үткәреү күҙаллана. Бөтә конкурс процедураларын үткәреү осоронда ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы — Ирек Ялалов буласаҡ.

Устав буйынса, конкурста ҡатнашырға теләүселәргә, ҡала Советына үҙеңдең табыш, мөлкәт һәм 2013 йыл өсөн мөлкәт характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәк. Шундай уҡ мәғлүмәттәр ҡатынына (иренә) һәм бәлиғ булмаған балаларына бирелә. Документтарҙы ҡабул итеү, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреү буйынса конкурс комиссияһы билдәләнгән, срокта һәм ваҡытта уҙасаҡ.

Кандидаттарҙы үткәреү буйынса конкурс комиссияһы ултырышы 3 февралдә үтәсәк. Конкурс комиссияһы составына Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов, БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Данил Азаматов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Ниғмәтуллин, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты Андрей Носков, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Елена Родина инделәр. Конкурс комиссияһы тәҡдим иткән кандидатуралар иҫәбенән депутаттар үҙҙәренең сираттағы ултырышында ҡала хакимиәте башлығын һайлаясаҡ.

темалар: өфө хакимиәте