Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктең суд приставтары журналистар конкурсы еңеүселәрен бүләкләне

Йәмғиәт

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығында сираттағы «Закон көсө — уның үтәлешендә» журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды. Ғәҙәттәгесә ижади ярышта еңеүселәр һәм призерҙар биш номинация: «Телевидение», «Радио», «Баҫма киң мәғлүмәт саралары», «Электрон киң мәғлүмәт саралары һәм мәғлүмәт агентлыҡтары», «Социаль реклама», буйынса билдәләнде. Награданы төрлө киң мәғлүмәт сараларынан бөтәһе 20 хеҙмәткәр алды.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, «күпселек осраҡта киң мәғлүмәт сараларының эше ярҙамында беҙгә йәмғиәт иғтибарын йыйылған проблемаларға йәлеп итеп, уларҙы бергәләп хәл итеп, кире бәйләнеш булдырып була». «Үҙ хоҡуҡтарыңды белеү республика халҡына ҙур ярҙам килтерә, сөнки ҡайһы бер кешеләр законды үтәргә теләмәгәнлектән түгел, ә үҙҙәренең бурыстары булыуы тураһында белмәүҙән үтәмәй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство башлығы.

Тулыраҡ мәғлүмәт РФ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығының рәсми сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть