10 декабрь, Шәмбе

17 ғинуар 2014 йыл, 15:11

Республика халҡына торама пункттарҙы исемләү мәсьәләһендә күберәк хоҡуҡтар бирелә

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты ултырышында көн тәртибендәге һорауҙарҙың береһе «Башҡортостан Республикаһында намыҫ һәм дин тотоу иреклеге тураһында» законға индереләсәк закондар сығарыу инициативаһы булды. Ул дини ойошмаларға үҙ уставтарына ярашлы белем биреү ойошмалары ойоштороу хоҡуғы бирә.

Ултырышта шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының административ-ҡоролошо тураһында» һәм «Урындағы үҙидаралыҡ органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индереү тәҡдиме ҡаралды. Үҙгәрештәр торама пункттарға исем биргән ваҡытта халыҡ фекерен тулыраҡ иҫәпкә алыу, шулай уҡ уҡыусыларға социаль ярҙам итеү буйынса урындағы үҙидаралыҡ органдарына күберәк мөмкинлектәр бирә.

Көн тәртибенең айырым пункты булып Комитетҡа Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар ойоштороу мәсьәләһе торҙо. Саралар планы эшләнгән һәм Мөрәжәтнамәлә әйтелгән ике төп йүнәлеш буйынса берҙәм эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуға ҡағыла: гражданлыҡ йәмғиәтен булдырыуҙа һәм уның асыҡлығын арттырыуҙа парламент ролен көсәйтеү. Депутаттар «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында»ғы законын камиллаштырырға ниәтләнә. Шулай уҡ ағымдағы йылдың март-апрелендә Дәүләкәндә урындағы үҙидаралыҡтың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса күсмә ултырыш һәм түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырылған, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.