4 декабрь, Йәкшәмбе

17 ғинуар 2014 йыл, 12:26

Автоинспекция водителдәргә юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында автоһәүәҫкәрҙәргә яҡын көндәрҙә юлға сығыуҙан тыйылып торорға мөрәжәғәт итә. «Тотош республика территорияһында тиерлек көслө ҡар яуыуы күҙәтелә, синоптиктарҙың күҙаллауҙары буйынса, ул көнө буйы дауам итәсәк. Күренеүсәнлек ныҡ насарайыуы менән автомобилде йөрөтөү ныҡ ҡатмарлана. Йомшаҡ юл ҡатламында тиҙлекте дөрөҫ һайламау тайғаҡ юлға ҡарағанда үтә хәүефлерәк булыуы ихтимал: руль «тыңлашмай», тормозлауҙа хәрәкәт йүнәлешен иҫәпләү ауыр, ҡарлы колеяға инеү һөҙөмтәһендә автомобилде ситкә сығарыуы ихтимал», — тип иҫкәртте БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы.

Динар Ғилметдинов ҡаланың автоһәүәҫкәрҙәренә, ҡаланың йәмәғәт транспорты менән файҙаланып, мөмкин тиклем юлда йөрөүҙән тыйылып торорға кәңәш итте. Полиция полковнигы, юл ситендә ҡалдырылған транспорт ҡар таҙартыу техникаһына эшләргә ҡамасаулай, тип иҫкә төшөрҙө.

«Руль артына ултырыусы водителдәргә йөрөү хәүефен һәм насар күренеүсәнлекте иҫәпкә алып, хәрәкәт итеүҙә дистанцияны арттырырға, тиҙлекте кәметергә кәрәк», — тип кәңәш итә автоинспекция хеҙмәткәрҙәре.

Баш ҡаланың «112 Ҡотҡарыу хеҙмәте»нән хәбәр итеүҙәренсә, циклон үтеүенә бәйле 17 ғинуарҙа иртән һәм көндөҙ Өфөлә 15-17 сантиметрға тиклем ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙы ҡар һырыуы көтөлө. Ел көньяҡтан секундына 10-15 метр тиҙлектә иҫәсәк, ваҡыты менән секундына 20 метрға етәсәк.

темалар: һауа торошо